Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Мәскәүҙә “Минең проект – минең илемә” тип аталған проект еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булған. РФ Йәмәғәтселек палатаһы ойошторған йыл һайын үтеүсе социаль әһәмиәткә эйә булған проекттар бәйгеһе иң яҡшы эштәрҙе асыҡлау һәм таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
“Милләт-ара килешеп йәшәү. Ижтимағи дипломатия” номинацияһында Башҡортостандан Азамат Таһиров еңеү яулаған. Уның проекты мигрант балалары өсөн адаптацион мәктәп эшмәкәрлегенә бағышланған.
Был проект был йәй Өфөлә ғәмәлгә ашырылған да инде. Уның сиктәрендә ҡырҡтан артыҡ мигрант балалары һәм буласаҡ мәктәп уҡыусылары мәктәпкә бушлай әҙерләнеү мөмкинлегенә эйә булғандар. Афғанстан, Вьетнам, Үзбәкстан, Таджикистандан килгән балаларға ярҙам ителгән.
Йәмәғәтселек палатаһы ойошторған 13 номинацияның һәр ҡайһыһында белгестәр иң күп тауыш йыйған өсәр проектты билдәләгән. Унда барлығы 2158 ғариза ҡабул ителеп, уларҙың йөҙҙән артығына ыңғай баһа бирелгән. Финалға иһә 39 проект ҡына үткән. Башҡортостандың социаль проекты беренсе тапҡыр финалға үткән һәм бәйгелә еңеү яулаған.
Азамат Таһиров диплом һәм 200 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнгән. Уның командаһы был аҡсаны социаль әһәмиәткә эйә булған башҡа төрлө проекттарға тотонорға ниәтләй.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан