Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Ноябрь 2021, 03:00

Байрам менән!

Һеҙ был байрам хаҡында нимә беләһегеҙ? Әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ? 

Байрам менән!Байрам менән!
Байрам менән!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға — 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.

Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде.

Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас