Күптәр яман шеш диагнозын үлемгә хөкөм ҡарары итеп ҡабул итә. Әммә ваҡытында дөрөҫ итеп дауаланғанда унан ҡотолоп, тулы ҡанлы тормошта йәшәүселәр күп.
Ошондай хәлгә ҡалыусыларға психологик ярҙам маҡсатында “Химия булды, әммә беҙ хушлаштыҡ” тип аталған фототерапияла ҡатнашырға саҡыралар.
Декабрь айында тәүге ҡатнашыусылар менән был проектты башларға ла уйлайҙар. Бының өсөн http://мояфототерапия.рф. сайтына яман шеш менән ауырыу, дауаланыу юлдары тураһындағы тарих менән яҙма ебәрергә кәрәк. 2022 йылдың яҙында Өфөлә фототерапияла ҡатнашыусыларҙың һүрәттәре менән күргәҙмә асыу планлаштырылған.
#химиябылаНОмырасстались #мояфототерапия