Фатирға яңы ғына күскән мәл. Иртәнге сәй мәлендә ишек шаҡынылар. Туп-тулы бер пакет помидор күтәреп кисә генә танышҡан үзбәк ағай тора. Тейешле сумманы ҡулына тоттороп артынан ишекте ябыуға, сәйенә сәсәп бөткән ирем:
Һорауым асыҡ ҡалды. Һүҙ көрәштереп ҡатын-ҡыҙҙы еңеп булмағанлығын күптән аңлағанға күрә иртәнге ашты тиҙ генә ҡапҡылап икенсе бүлмәгә сыға һалды. Ә беҙ һорауым менән икәүҙән-икәү генә ҡалдыҡ. Тиҙ генә тыныслана алманым әле. Ни өсөн юғары белемле, булдыҡлы йәштәребеҙ сит ерҙәргә барып бил бөккәндә, бүтәндәр бында килеп белем ала, эшләй, йәшәй? Беҙ булғанының ҡәҙерен белмәйбеҙме лә, әллә уларҙа йәшәйеш бындағынан да ауырыраҡмы? Ошо тәңгәлдә башымда ҡайнашҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ уйҙар бер нисә йыл күңелемә тыныслыҡ бирмәне, һәм, ниһайәт, мөҙҙәте етте. Сит тарафтарҙан килгән бер нисә кеше менән танышып һорауҙарымдың яртыһына булһа ла яуап таба алдым шикелле. Ни өсөн яртыһы ғынамы? Әңгәмәсең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндә генә уның тураһында тулыһынса белеү мөмкинселеге бар. Ә ҡапыл ғына карантинға бикләнеп өйҙә мәжбүри ултырырға кәрәккәс, барыһы менән дә телефон аша ғына аралаштыҡ.
Тәүҙә төҙөлөш урынында йәшәп йөрөй йәки тәүәкәллек таш ярып ҡына ҡалмай...
Беҙҙең халыҡта ниндәйҙер эшкә тотонғанда ҡеүәтләү маҡсатында ҡулланылған “бүренән ҡурҡҡан урманға бармаған” йәки “бүрене аяҡтары туйҙыра” тигән мәҡәл-әйтемдәр бар. Беренсе таныштырасаҡ геройымды бүре менән сағыштырырға уйламаһам да, бер нәмәнән ҡурҡмай, ишетеп кенә белгән сит ергә эшкә китергә йөръәт итеүе ошо халыҡ ижадынан килтерелгән миҫалдарҙың уның кеүектәргә ҡарата әйтелгәнлеген тойомларға була.
Хамраев Кахрамон Ибраһим улы Сәмәрҡәнд өлкәһенең Джанбай районында 1975 йылда донъяға килә. Атаһы совхозда шофер, әсәһе балалар баҡсаһында медицина хеҙмәткәре булып эшләгән ғаиләлә барыһы ла үҙ ыңғайына ғына бара. Әммә көтмәгәндә бәлә килеп ишектәрен шаҡый. Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр бит. Ике улдарын оло тормош юлына баҫтырып килгәндә Кахрамондың ун алты йәшлек ҡустыһы автоаварияға осрап һәләк була. Бала ҡайғыһынан айный алмаған әсәй күптән һыуһыҙ интеккән гөл кеүек күҙгә күренеп шиңә, кибә башлай. Физик яҡтан һау-сәләмәт ҡатындың ауырыуының сәбәбен аңлай алмай табиптар. Тап ошо ваҡытта егет ҡорона етеп килгән Кахрамонға күршелә йәшәгән 102 йәшлек, һаман да ишәге менән көн дә тиерлек ҡоро-һары йыйып ашарына бешереп үҙен-үҙе ҡараған әбей тиҙерәк кәләш алып, ата-әсәһенә ейән йә ейәнсәр бүләк итергә кәрәклеге хаҡында әйтеп кәңәш бирә. “Бала ҡайғыһын икенсе бала менән генә баҫып була”, – ти ул. Быуаттан артыҡ ғүмер кисергән кешенең әйткәндәре, ысынлап та, раҫҡа сыға. Бер-бер артлы ике ейәне тыуғанда, өләсәйлек бурыстарын үтәп көнө-төнө улар менән булышып мәж килгән әсәһенең һағыштары тарала, ул аяҡҡа баҫа.
Тыуған ауылында урта белем алып төрлө эштәрҙә йөрөгән Кахрамонға был ваҡытта ғаиләне туйындырыу еңелдән булмай һәм ул бик күп яҡташтары кеүек үк ситкә сығып аҡса эшләү тураһында уйлана башлай.
2000-се йылдар башында яңғыҙы поезд менән Мәскәүгә юллана. Осон осҡа ялғап килеп еткән эмигрантты, әлбиттә, берәү ҙә ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмай. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем – тыуған яғына кире юлланғансы төҙөлөштә ҡара эштәрҙә йөрөй, шунда уҡ йәшәй ҙә.
Икенсе йылға бол туплау маҡсатында Башҡортостанға юл тота. “Ни өсөн тап беҙгә?” – тигән һорауға: “Беренсенән, бында дини ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән республика булараҡ күңелемә яҡын. Икенсенән, башҡорт теле менән үзбәк теле бер-береһенә оҡшаш һәм әгәр ҙә әңгәмәсең үҙ телен яҡшы белһә, аралашҡанда бер-беребеҙҙе аңлап та була. Өсөнсөнән, хаҡтар Мәскәүҙәге шикелле тешләшмәй”, - тип яуапланы. Әйткәндәй, беҙгә килгән йылды ла Нуриман районында урынлашҡан төҙөлөш урынында йәшәргә тура килә уға. Әле иһә өс иптәше менән ике бүлмәле фатирҙың берәүһендә торалар. “Ғаиләмде һәм хаҡлы ялдағы ата-әсәйемде ҡарарға ла эшләгәнем етә. Эш хаҡымды үҙем ҡайтҡансы долларҙарҙа ебәрә торам. Беҙҙә бер доллар – 950, һум – 130 үзбәк сумдарында торошло”, – ти. (“Беҙҙә эш юҡ!” – тип, мыжып, хөкүмәтте һүгеп, бар донъяға үсегеп өйҙә ҡыл да ҡыймырлатмай бот күтәреп ятыусы ирҙәр, был юлдарҙы ентекләберәк уҡығыҙ!). Бында айына 40000 – 45000 һум эш хаҡы алған төҙөүсе үҙҙәрендә балаларына тейешле белем биреү бәхетенә лә өлгәшкән. Өлкәне Фардор техникум тамамлап медицина ҡорамалдары эшләй торған заводта эшләй, уртансыһы – Арыҫлан бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Мебелдәр етештерә икән. Кинйәкәйе Бахора мәктәптә белем ала.
Өйрәнсек булып оҙаҡ йөрөмәй ул. Бер нисә йылдан кирбесен дә һалырға өйрәнә, эске ремонт эштәрен дә башҡара. “Нимәләр эшләй беләһең?” – тип һорағандарға: “Нимә эшләй белмәйһең?” – тип әйтегеҙ тип яуаплайым ти ул.
Беҙҙә медицина бер аҙымға алда бара
Тиҙҙән БДМУ-ның дипломын ҡулына алып кардиолог булырға йөрөгән Шәрипов Фирузджон Тохир улы Таджикистандың Согдий өлкәһенән. Ҡала тибындағы Чкаловск тигән ҡасабала урта мәктәптә белем алған егет күпселек предметтарҙы таджик телендә уҡый. Шуға ла студент булыр алдынан ныҡ ҡына тырышып рус телен өйрәнергә тура килә. “БДИ-ны тапшырғансы ҡара тирҙәрем сыҡты”, – тип иҫләй ул мәлдәрҙе.
Иғтибар итһәгеҙ, ислам дине ҡанундары ныҡ тамыр йәйгән илдәрҙә баланы бәләкәстән үк ололарға хөрмәт менән ҡарарға тәрбиәләп, аңдарына һеңдереп үҫтерәләр. Фирузджон уҡырға килгәс төркөмдәштәрен аптырашта ҡалдыра. “Күмәкләшеп автобуста китеп барабыҙ, – ти ул. – Бер туҡталышта минән бер нисә йәшкә олораҡ апай ингәс, һикереп тороп урын бирә һалдым һәм иптәштәремдең миңә бармаҡ менән төртөп шарҡылдашыуҙарына аптырап шаҡ ҡаттым. Көлөрлөк нимә эшләнем һуң тип баш ватам. Һуңынан аңлаттылар. Баҡһаң, һеҙҙә ҡатын-ҡыҙға, үҙеңдән өлкәндәргә (бында таяҡҡа таянған ҡарсыҡ йә сал сәсле бабайҙар тураһында ғына һүҙ бармай!) йәмәғәт транспорттарында урын биреү, уларға керергә, төшөргә ярҙамлашыу һирәк күренеш икән. Беҙҙе, дүрт балаһын, ата-әсәйем бәләкәйҙән ололарға, шул иҫәптән, гүзәл заттарға ихтирамлы булырға өйрәтте. Хәҙер көләләрме, әрләйҙәрме, береһенә лә иғтибар итмәйем. Сөнки кәрәк саҡта икенсе берәүгә ярҙам ҡулы һуҙыу минең ҡаныма һеңгән”.
Буласаҡ кардиолог бәләкәйҙән өҫтәл теннисы менән шөғөлләнгән һәм студент йылдарында ла был өлкәлә һәләтен үҫтереүҙән туҡтамаған. Бөгөн ул спорт мастеры кандидаты. Уҡыу менән бергә төрлө өлкәләргә ярышҡа сығып университет данын да күтәрә. “Һеҙҙә бар уңайлыҡтары менән заманса йыһазландырылған спорт залдары, майҙансыҡтары күп. Әммә йәштәр урамда бушты бушҡа ауҙарып йөрөүҙе өҫтөнөрәк күрә. Беҙҙә, киреһенсә. Сәләмәт тормош менән йәшәргә теләүсе йәштәр күп, әммә мөмкинселектәр әҙ”, – ти.
Маҡсатлы егет бында оҙаҡ тотҡарланырға уйламай. Диплом алып, бер нисә йыл эшләп, тәжрибә туплағандан һуң ҡайтып халҡына хеҙмәт итергә, йылтыр күҙле, түбәтәйҙәрҙә йөрөгән малайҙар, 30 – 40 урындан ваҡ ҡына итеп үрелгән сәсле ҡарасман һылыу ҡыҙҙар үҫтерергә хыяллана ул. Ә бында хеҙмәт юлын башларға теләүенең сәбәбе: беҙҙең медицина уларҙыҡына ҡарағанда бер аҙымға алдараҡ бара икән.
Һиндостанда дипломлы белгестәргә һорау юғары
Ғөмүмән, БДМУ-ла төрлө илдәрҙән килеп уҡыусылар күп. Хатта ҡайһы бер дөйөм ятаҡтарына барһаң үҙеңде беренсе ҡатта Африкала, икенсеһендә Һиндостанда, өсөнсөһөндә Ғәрәп Эмиранттарында йөрөгән кеүек тоя башлайһың. Университетта уҡытҡан апайым элек шунда йәшәгәндә уның янына кергән саҡта сит ил студенттарының йәшәйешен күҙәтеп туя алмай инем. Бигерәк тә, сари кейеп йөрөгән индус ҡыҙҙары ныҡ күҙгә ташланалар. Элек беҙ яратып ҡараған һинд киноларының актрисаларынан күпкә айырылалар үҙҙәре. Бәләкәсерәк, йыуантыҡ кәүҙәле, ҡарасмандар. Йыуыныу бүлмәһендә телдәрен махсус щетка менән (тештеке түгел) телдәрен таҙартып тороп бер аптыратһалар, аш-һыу бүлмәһендә тағы һушты китәрәләр. Беҙҙекенә оҡшамаған таба һымаҡ һауыттарында төрлө үләндәрҙән ҡушылған ниндәйҙер аҙыҡты ҡайнаталар ҙа ҡайнаталар. Унан ниндәйҙер әскелтем еҫ сыға. Тауыҡтан башҡа ит ашамайҙар. Уныһының да тиреһен һыҙырып алып, ҡоро итте генә бешерәләр. Араларында бында килеп йәшәй башлағас та һыйыр итен күреп иҫен юғалтыусылар ҙа бар тиҙәр.
Үҙҙәре алсаҡтар, яңы танышлыҡтарға ҡуш ҡуллап ризалар. Әлеге лә баяғы карантин булмаһа яндарына барып сәғәттәр буйы гәпләшеп, бер нисәүһен мәҡәләм геройы итер инем дә. Ни хәл итәһең инде. Бәндә теләй, Алла бойора.
Шуға ла өсөнсө геройым да көслө заттарҙан. Уныһының телефон номерын да саҡ-саҡ ҡулға төшөрҙөм. Актив студент булғанға күрә күп уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булғас, уларҙың телефондарында һаҡланған икән. Ысынлап та, өлгөлө егет булып сыҡты. Һинд бейеүҙәрен башҡарып төрлө сараларҙың биҙәгенә әйләнгән, 2018 йылда БДМУ-ның “I вице-мистер” титулына эйә.
Һиндостандың Харияна штаты Сонипат ҡалаһынан килгән Панкадж Махра уҡыусы сағында уҡ үҙенең киләсәктә сит ил студенты буласағын белә. Сөнки ул ошо маҡсатта инглиз теле уҡытылған мәктәптә түләп белем ала.
Панкаджтың тыуған яғында баланы ике йәш ярымдан уҡырға бирәләр икән. Ике-өс йыл дауамында кескәйҙәр хәреф танырға, һанарға, һүрәт төшөрөргә өйрәнәләр. Ун ике класс уҡығанда һуң, тағы ла ике йыл һайлаясаҡ һөнәрҙәренә ҡағылышлы предметтарҙы ғына үҙләштереләр.
“Алдан уҡ медицина университетына инергә әҙерләндем. Шуға ла юғары кластарҙа инглиз телендә биология, химия фәндәрен уҡыным. Рәсәйгә барасағымды ла белдем. Сөнки Һиндостанда бюджет урындары бөтөнләй юҡ. Хаҡтары ла артыҡ юғары. Етмәһә уҡырға инергә теләүселәр ҙә күп. Бер курсҡа йөҙ абитурент ҡына алына, бында иһә алты йөҙ кешелек урын бүленә. Уҡыу ҙа күпкә осһоҙға төшә. Уның ҡарауы беҙҙә юғары белемле белгестәргә һорау ҙур. Эш хаҡы ла өсләтә тиерлек юғарыраҡ. Шуға ла быйыл диплом алыу менән үҙ яғыма ҡайтырға ашҡынып ҡына торам”, - ти ул.
Һиндостан студенты бында килгәнсе башҡорттар хаҡында ла, Башҡортостан тураһында ла бер ни белмәй. Ғөмүмән, Рәсәйҙә урыҫтар ғына йәшәй тип уйлай. Һигеҙ сәғәт юлда самолет менән килгән буласаҡ беренсе курс студентын аэропортта уҡ БДМУ-ның тәрбиә эштәре буйынса ректор урынбаҫарының ҡаршы алыуы, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән сит ил вәкилендәренә тәүге ваҡытта төрлө яҡлап ярҙамлашыуҙары башта аптыратһа, һуңынан һоҡланыу тойғолары ла уята.
Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул тиһәләр ҙә, ғүмере буйына әҙәм балаһы алдына тормош төрлө ҡаршылыҡтар ҡуйып һынап ҡараусан. Һәм ҡайһы берәүҙәр сараһыҙлыҡтан күпмелер ваҡытҡа тыуған төйәген ҡалдырып торорға ла мәжбүр. Шуға ла ҡайҙан, кем булыуына ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, йылыраҡ мөнәсәббәттә булһаҡ ине. Алдан әйтеп китеүемсә, күптәр сит ергә туйып һикергәндән түгел, ә эшләр, белем алыр өсөн килә. Ә үҙебеҙ иһә ҡайҙа йөрөһәк тә башҡаларҙың беҙгә ҡарап: “Башҡорт тигән шундай шәп милләт бар икән!” – тип әйтерлек күркәм сифаттар тәрбиәләһәк ине. Йырҙа әйтелгәнсә: “Ҡайҙа йөрөһәң дә матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын....”.