+21 °С
Болотло


Онлайн-халыҡ иҫәбен алыу иң хәүефһеҙе тип иҫәпләнә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында бер аккаунт аша бөтә ғаиләне теркәргә мөмкин. Һәр һорау өсөн яуаптар ҙа тәҡдим ителә. Электрон иҫәп алыу бланкын тултырыу өсөн бер ғаиләгә 20 минут самаһы ваҡыт китә, ә бер кешегә биш минут та етә.
Тап шуға ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙың һанлы ысулын - "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша сарала ҡатнашыуҙы 14 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде.