

"Бөрйәндәр" төркөмө хәбәр итеүен
сә, ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында Джиу-джитсу көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты үтте.
Турнир ике бүлектән торҙо: «кимонола» (GI) был күберәк көрәшеү техникаһын күрһәтеүгә бәйле һәм «кимоноһыҙ» (NO-GI).
Бар Рәсәйҙән йыйылған спортсмендар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Бөрйән ҡыҙы, Гөлдәр Байморатова ярыштың ике бүлегендә лә ҡатнашып 1-се урындарҙы яулай! Башҡорт ҡыҙының етеҙлегенә, көсөнә һәм рухына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.
Шулай итеп, Гөлдәр, Башҡортостандың данын бар Рәсәйҙә арттырҙы.
Уға яңы еңеүҙәр һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! Бөрйәнебеҙҙең һәм Башҡортостаныбыҙҙың данын бар донъяға ла еткерер әле ул! Уңыштар һиңә!