+22 °С
Ямғыр
Башҡортсотанда 7 ноябрҙән һуң ял көндәре оҙайтылмаясаҡ. Был ҡарарҙы төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров ҡабул итте.
Ултырышта ҡатнашыусылар Роспотребнадзорҙың һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республикала сикләүҙәр ҡабул ителгәндән һуң ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүе хаҡында белдереүен күҙ уңында тотто. Вакциянация темпы үҫә: эш көндәрендә көнөнә - ун мең, ял көндәрендә егерме –утыҙ мең кеше вакцина яһата, тиелә.