

Хәҙерге быуынды «донъя балалары» тип атайҙар. Йәштәр өсөн сиктәр асыҡ, белем алыу, һайлаған һөнәрендә үҙен һынап ҡарау өсөн улар Рәсәйҙең ҙур ҡалаларын, сит илдәрҙе һайлай. 21-се быуатта ошондай миграция күренештәренә ҡаршы тороу мөмкин түгел, кәрәкмәй ҙә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаты — тап ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплау, халкыбыҙ вәкилдәре ҡайҙа ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, тыуған ерҙәре — Башҡортостан менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу. Урындарҙа эшләп килгән ойошмалар белем кимәле, һөнәри оҫталыҡтары менән тиңдәр араһында тиң булып йәшәгән замандаштарыбыҙға, меңдәр араһында үҙҙәре булып ҡалырға ярҙам итә. Мәҫәлән, бөгөн «Мәскәү башҡорттары» тигән төшөнсә бар. Был һүҙбәйләнеш үҙ эсенә башҡортостанлылар тигән киң мәғәнәне лә алыуын инҡар итмәйек. Мәскәү башҡорттары тигәндә алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ, балаларын саф башҡортса тәрбиәләгән ғаиләләр, үҙ эштәрендә ҡаҙаныштарға ирешкән, әммә көндәлек мәшәҡәттәргә һылтанып, туған тел, тарих, мәҙәниәт төшөнсәләрен инҡар итмәгән рухлы замандаштарыбыҙ күҙ алдына баҫа. Күптән түгел улар Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса фекер алышыуға тупланды. Заманса бурыс һәм маҡсаттар билдәләнгән документтың нисек тормошҡа ашырылыуы улар өсөн дә мөһим. Халҡыбыҙ заман менән бергә үҫешкәндә генә беҙ көслөбөҙ тигән фекерҙә баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Һан буйынса ла артыуыбыҙ мөһим тип иҫәпләй улар. Һанға килгәндә, ул тап битараф булмауыбыҙға бәйле. Һәр ҡайһыбыҙҙың иҫәпкә инеүе лә башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын билдәләүсе нигеҙ тигән фекерҙә Мәскәү башҡорттары. «Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу — һәр кемдең үҙ иле, республикаһы, халҡы үҫеше өсөн өлөш индереү тип иҫәпләйем. Беҙ халҡыбыҙҙың күп булыуын күрһәтергә тейеш. Артабан милләт булараҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап үҫешеүебеҙ беҙҙең һанға ла туранан-тура бәйле. Тап бөгөн яуаплылыҡты кемгәлер япһара торған ваҡыт түгел, яуаплылыҡ беҙҙең һәр кемебеҙҙә. Шуға республиканан ситтә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, был кампанияла ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлайбыҙ, шуға ла үҙебеҙ ҙә ҡатнаштыҡ, туған, яҡын, таныштарыбыҙҙы ла ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙыҡ. Туған телде билдәләү ҙә бик мөһим. Туған телеңде бик яҡшы белеп бөтмәгән осраҡта ла, уны әсә теле, айырым тел булараҡ һаҡлауҙа һәр кемебеҙ яуаплы», — ти Борай районында тыуып үҫеп, бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән билдәле башҡорт рәссамы Сулпан Билалова. Сулпан Билалова Рәсәй фәндәр академияһының философия институты фәнни хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы Илшат Насыров «рус мәктәбендә белем алдым, әммә алтынсы кластан башҡорт әҙәби телен үҙаллы өйрәндем» тип белдерә. «Туған телде белеү мөһим, бөгөн һәр милләттәшебеҙҙә шундай аныҡ позиция тәрбиәләргә кәрәк. Халык иҫәбен алыуға ла һәр башҡорт яуаплы ҡарарға, туған телде ниндәй кимәлдә белеүгә ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ. Бөгөн мин үҙебеҙҙең йәштәр менан йыш аралашам.Улар көндәлек тормошта рус теле менән аралашҡанда ла, сығыштары менән башҡорт булыуҙарын айырым билдәләйҙәр. Был яҡшы күренеш. Туған тел булараҡ - әсә телен — башҡорт телен күрһәтеп, башҡорт халҡының төп этник үҙенсәлеген һаҡлайбыҙ», — ти философия фәндәре докторы Илшат Насыров.