Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Ноябрь 2021, 07:25

Һутында ағыу бар

Спатифиллум – аллергия менән яфаланыусыларға ла хәүеф тыуҙырыуы бар.

Ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлөнөң һутында ағыу бар тиҙәр. Шуға ла уны күсереп ултыртҡанда бирсәткәләр кейергә кәңәш ителә. Кескәй бала, йорт хайуандары булған йортта Аҡ елкәнде уларҙың буйы етмәгән урында үҫтереү хәүефһеҙ һанала. Әгәр ҙә, һуты күҙгә, ауыҙға, яралы тәнгә эләкһә һалҡын һыу менән йыуа һалырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Спатифиллум – аллергия менән яфаланыусыларға ла хәүеф тыуҙырыуы бар. Был осраҡта гөлдө йә икенсе бүлмәгә күсереп ултыртырға, йә был сиргә бирешмәгән икенсе берәүгә бүләк итергә мөмкин. Шулай ҙа, үрҙә яҙылған бар ҡағиҙәне иҫтән сығармайынса, уны ваҡытында тәрбиәләп торғанда йортта йәшәүселәргә бәхет килтереүе менән бергә, һауаны таҙартыуға ла булышлыҡ итә, ти белгестәр.

Һутында ағыу бар
Һутында ағыу бар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас