

"Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы Рәйесе урынбаҫары Фаил Фәтхетдинов йән иҫәбен алыуға ҡарата фекерен белдерҙе
- Билдәле булыуынса, донъяның бик күп дәүләттәрендә 10 йылға бер тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Был үҙе үк әлеге сараның дәүләт дәрәжәһендә мөһим икәнен иҫбатлай.
Беҙ үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт биреп, илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәк яҙмышын хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашабыҙ. Халыҡ иҫәбен алыу тамамланғас, ул анализланасаҡ, шуның арҡаһында илдең киләсәктә иҡтисади, социаль, мәҙәни, мәғариф өлкәләрен үҫтереү программалары ҡабул ителәсәк. Йән иҫәптә ҡатнашып, һәр беребеҙҙең ил үҫешен тәьмин итеү буйынса стратегик программалар төҙөүҙә шәхсән өлөшөбеҙҙе кертәбеҙ тигән һүҙ. Тимәк, был сара, беренсе сиратта, үҙебеҙ һәм киләсәк быуындар өсөн кәрәк.
Мин үҙем 15 октябрҙә үк гражданлыҡ бурысымды үтәнем - "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип һанайым.
Фото: Динар Кәлимуллин