+24 °С
Ямғыр
Психолог Филипп Литвиненко, кейәүгә сығасаҡ гүзәл заттар загсҡа барыр алдынан дәүләт имтиханы бирергә тейеш тип, премьер-министр Мишустинға мөрәжәғәт иткән. Имеш тә, көслө заттар алдында үҙеңде нисек тотоу, уның менән дөрөҫ аралашыу, тормош иптәшеңде тәрбиәләү тураһында ныҡлы тәжрибә, белем туплағас ҡына ҡыҙҙар кейәүгә сығырға тейеш. Шул осраҡта ғына йәш ғаиләләр ныҡлы һәм ғүмерлек буласаҡ, ти йомро башлы психолог.