

Рейдта "Роспотребнадзор" идаралығы, эске эштәр бүлеге вәкилдәре, шулай уҡ урындағы хакимиәт башлығы Алексей Шмелев үҙе ҡатнашты. Биш сауҙа үҙәге - "Планета", "Хыял", "Киңлек", "Универсал", "Рико", өҫтәүенә "Монреаль" магазины, "Спортлига" фитнес-үҙәге, Ленин проспекты, 87 адресы буйынса урынлашҡан мунса тикшерелде.
"Планета" менән "Рико"ға ингән ерҙә контроль саралары ойошторолмағаны асыҡланды: кешеләр битлек кеймәй, прививка тураһында сертификатын йәки ковидты үткәргәнен иҫбатлаған белешмәһен күрһәтмәй инә, тән температуралары үлсәнмәй. Шулай уҡ бында махсус дезинфекция саралары запасы юҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең көндәлек температураһы тураһында яҙылған журнал тейешенсә тултырылмаған.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, был сауҙа үҙәктәренә ҡарата протоколдар төҙөлдө. Был материалдар артабан ҡарар ҡабул итеү өсөн судҡа тапшырыласаҡ. "Планета", "Хыял", "Киңлек" сауҙа үҙәктәре етәкселәре үҙ теләктәре менән учреждениены ваҡытлыса ябып, етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе эшмәкәрлеген туҡтатып торорға ҡарар ҡылды.