Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
6 Ноябрь 2021, 08:20

“Йоҡо кейемендә генә урамда ҡалдыҡ...”

Күп балалы ғаилә ярҙам һорай.

Кушнарен районында йәшәүсе күп балалы Ялалетдиновтар ғаиләһе янғын арҡаһында урамда ҡалған. “Ирем: “Янабыҙ!” – тип ҡысҡырғанға уянып киттем. Йоҡо кейемдәрендә генә ут эсенән сығып өлгөрҙөк. Әлеге ваҡытта күршеләр беҙҙе үҙҙәренә һыйындырҙы”, - ти Гүзәл Ялалетдинова.  

Ғаиләлә ике бала бәлиғ булмаған.  2013 йылда ғына яңы йорт һалып сыҡҡандар. “Өйҙө ҡыҙыл әтәс һөжүменән, бәлки, ҡотҡарып та булыр ине. Янғын һүндереүселәр ныҡ һуңлап килде. Районда техника етешмәй”, - ти янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан ауылдаштары.

Ил төкөрһә – күл була. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр булһа, Сбербанк картаһына бәйләнгән  89279631378 телефон һандарына аҡса күсерергә мөмкин. Ялалетдинова Алина Альфред ҡыҙының исеме сығасаҡ.

“Йоҡо кейемендә генә урамда ҡалдыҡ...”
“Йоҡо кейемендә генә урамда ҡалдыҡ...”
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас