

2019 йылдың ғинуарында Учалылағы ҡот осҡос ваҡиға бөтә халыҡтың йөрәген өшөттө. Бер әҙәм аҡтығы арҡаһында Гөлсиә менән Зариф Хилажевтарҙың матур ғаилһе юҡҡа сыҡты. Фажиғәлә ике балалы әсәй вафат булды. Ә йорт хужаһы, ауыр йәрәхәттәр алып, оҙаҡ ҡына дауаханала ятты. Шөкөр, балалар бәхетенә атай кеше терелеп сыҡты. Зарифтың бала йәнле кеше булыуын, сабыйҙарын матур тәрбиәләүен ишетеп, белеп торабыҙ. Тормош дауам итә. Нимә генә булмаһын, ғаиләлә барыбер ҡатын-ҡыҙ йылылығы, наҙы кәрәк. Күптәр, әлбиттә, Зарифтың яңынан ишле булыуын көттө, уның шәхсм сәхифәһенә һалып барған фотоларын ҡарап, ғаиләгә, матур сабыйҙарға бәхет теләне.
Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы яңылыҡ ишеттек - Зариф Хилажев өйләнгән. Ул Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсы Ирина Халиҡова менән йәрәшкән. Беҙ ҙә уларға бәхет, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп, балаларҙы бергә-бергә үҫтереүҙәрен теләйбеҙ."Шоңҡар
"ҙар.