Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
7 Ноября 2021, 04:50

Алдап имза йыйғандар бит әле, оятһыҙҙар!

Ҡырмыҫҡалы районындағы Оло Толпаҡ күлен яҡлап, халыҡ йыйылышҡа сыҡты.

Алдап имза йыйғандар бит әле, оятһыҙҙар!Алдап имза йыйғандар бит әле, оятһыҙҙар!
Алдап имза йыйғандар бит әле, оятһыҙҙар!

Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә карьер эшкәртеүгә ҡаршы халыҡ йыйылышы үтте. Унда ҡатнашҡан 200 самаһы ауыл биләмәһе кешеһе күл биләмәһендәге файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеүгә ҡаршы фекерен белдерҙе. Йыйылышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та ҡатнашты. Республика һәм муниципаль власть вәкилдәре халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.

Урындағы халыҡ райондың иң ҙур күлен эшкәртергә йыйыныуҙарына ҡаршы, унда Ҡыҙыл китапҡа ингән флора һәм фауна бар. Тағы халыҡтың йәнен шуныһы көйҙөргән: “Ибраһим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре, яңы ФАП-тар һәм юлдар төҙөйбөҙ тип алдап, кешеләрҙән ҡултамғалар йыйған.

Осрашыу ваҡытында Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың позицияһын еткерҙе – күлдә карьер эшкәртелмәйәсәк.

– Беҙ республика һәм район өсөн Толпаҡ күленең әһәмиәтен өйрәндек. Был - Ҡырмыҫҡалы районы кешеләренең генә түгел, ә өфөләрҙең дә, республиканың башҡа халҡының да яратҡан ял итеү урыны. Был мәсьәләлә Радий Фәрит улының позицияһы бер – бындай урындарҙа сәнәғәт эшкәртеүе булмаясаҡ. Әлфир Фәрхәт улы ла ошо ҡараш яҡлы. Биләмә ял урыны булараҡ ҡына үҫергә тейеш, һәм әгәр унда инвестиция проекттары булһа, тик туристик йүнәлештә генә. Шуға күрә Толпаҡ күлендә сәнәғәт проекттары булмаясаҡ, – тине Азат Шамил улы.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров халыҡ фекерен яҡланы.

– “Ибраһим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Толпаҡ күле янында инвестиция проектын тормошҡа ашырырға йыйына ине. Ул ике өлөштән тора – стена панелдәре етештереү буйынса завод төҙөү һәм Оло Толпаҡ күленән ҡырсынташ сығарыу. Беҙҙең ҡараш шундай: проекттан ыңғай иҡтисади һөҙөмтә алып булыуға ҡарамаҫтан, беҙ Толпаҡ күле буйында эшкәртеүгә ҡаршыбыҙ, – тине ул.

Урындағы халыҡ, власть органдарының ыңғай яуабын ишеткәс, бик ҡыуанған. Улар урында һораулама үткәргән, йыйылыш рәйесен һайлаған һәм карьерҙы эшкәртеүгә ҡаршы протокол тултырған. Шулай уҡ барлыҡ кәрәкле документтарҙы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрергә һәм күлгә рәсми рәүештә һаҡлана торған зона статусы бирергә кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Әйткәндәй, карьерҙы эшкәртеү өсөн лицензияны предприятие 2015 йылдан 2018 йылға тиклем алған булған.

Аҙаҡ Азат Бадранов был осрашыу тураһында фекерҙәре менән “Фейсбук” социаль селтәрендә уртаҡлашты.

“Тәүҙә был мәсьәлә файҙалы ер ҡаҙылмалары мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссияһының эш төркөмө һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кимәлендә тикшерелде. Мәсьәлә юғары кимәлгә сыҡты, сөнки коммерция предприятиеһы бигерәк әүҙем эшмәкәрлек башлаған һәм урындағы халыҡ менән хакимиәтте алдау өсөн саралар ойошторған.

Башҡортостан Башлығы позицияһы бер: күлдә сәнәғәт эшкәртеүе булмаясаҡ. Бында Ҡырмыҫҡалы районы кешеләре, өфөләр һәм бар республика халҡы ял итә. Райондың иң ҙур күлендә ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса республика һәм бөтә ил ярыштары үткәрелә. Шулай уҡ  күлдә Ҡыҙыл китапҡа ингән флора һәм фауна йәшәй һәм үҫә. Был урын ял урыны кеүек кенә үҫешәсәк”, – тип яҙҙы Азат Бадранов.

Мәғлүмәт һәм фото: karmaskaly-nov.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас