Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Ноябрь 2021, 05:55

Бөгөн - Октябрь байрамы

Ә һеҙ был көндө хәтерләйһегеҙме? Бәлки, йырҙар ҙа иҫегеҙ ҙә ҡалғандыр. Нимә генә булмаһын, байрам менән! Ерҙә тыныслыҡ, именлек булһын!   

Бөгөн - Октябрь байрамыБөгөн - Октябрь байрамы
Бөгөн - Октябрь байрамы

Ҡыҫып,һөйөп үпте лә
Әсәйем бөгөн мине,
Тор,йыуын,тиҙерәк кейен,
Күҙ нурым,гөлөм,тине.
Бөгөн октябрь көнө,
Ҙур байрам бөгөн,тине,
Ленин беҙгә был көндө
Ҙур бәхет бирҙе,тине!

Бала саҡтағы хәтирәләр, шиғырҙар, күрәһең, ғүмер буйына онотолмайҙыр. Ул замандарҙан бирле хәтһеҙ ваҡыт үтһә лә, талпынып Октябрь байрамына әҙерләнгән ваҡыттар, шиғыр ятлауҙар, йыр өйрәнеүҙәр һаман күңелдә матур бер хәтирә булып һаҡлана. Уҡытыусыбыҙ Сәлихә Ғәлина (Ғафури районы, Ҡаранйылға ауылы) һәр беребеҙгә дәфтәр битенә яҙылған шиғырҙар бирә. Шуны иң ҡәҙерле әйбер итеп һаҡлап ҡына йөрөтәбеҙ, ятлайбыҙ. Һуңынан октябрят, пионер сафына алған минуттар һуң! Күкрәккә Ленин бабай значогын таҡҡан көндәрҙә үҙебеҙҙе бер башҡа үҫеп киткәндәй тойоп, әллә кем булып галстук тағып ҡайтҡан көндәрҙе оноторлоҡмо ни! 

Заманалар, илдәге ҡоролош, рухи ҡиммәттәр үҙгәрһә лә, был көндө һағынып иҫкә алабыҙ. Бөгөн - 7 ноябрь Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө. Ә һеҙ был көндө хәтерләйһегеҙме? Бәлки, йырҙар ҙа иҫегеҙ ҙә ҡалғандыр. Нимә генә булмаһын, байрам менән! Ерҙә тыныслыҡ, именлек булһын! 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас