Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Ноябрь 2021, 11:55

Үҙем мандарин үҫтерәм

Мандарин яҡшы үҫһен өсөн, ҡышын – кәмендә һигеҙ сәғәт, йәйен 10 – 14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк. Бәлки, һеҙҙең арала ошо ғәжәп тәмле емеште үҫтереүселәр барҙыр? Һеҙ нисек тәрбиәләйһегеҙ? 

Үҙем мандарин үҫтерәмҮҙем мандарин үҫтерәм
Үҙем мандарин үҫтерәм

Йорттарында йылы яҡ емешен үҫтергәндәр бихисап бөгөн. Шулай ҙа уның үҙенсәлектәрен белеү мөһим.

Беренсенән, мандаринды көҙөн түгел, яҙын тәбиғәт уяна башлағанда күсереп ултыртырға кәрәк. Икенсенән, цитрус үҫентеләрен күсергәндә, һауыттың диаметры бер-ике сантиметрға ғына ҙурыраҡ булырға тейеш. Үҫемлек үҫкән һайын, шул тәртиптә сүлмәк тә киңәйә бара. Ҙур үҫемлекте ике йылға бер тапҡыр күсерәләр.

Цитрустар айырым тәрбиә шарттары талап итә, уларҙы белмәгәндә күп һорау тыуасаҡ. Мандарин яҡшы үҫһен өсөн, ҡышын – кәмендә һигеҙ сәғәт, йәйен 10 – 14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк. Шуға уның һауытын иң яҡты тәҙрә төбөнә ҡуялар. Ҡышын көндөҙгө лампа ярҙамында һәм кис тәүлегенә биш-алты сәғәт өҫтәмә яҡтыртырға тура килә. Лампаны үҫемлектән 30 – 40 сантиметр йыраҡлыҡҡа ҡуялар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас