Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Ноябрь 2021, 07:35

Кемдер эсеп, кемдер танытмаһыҙ юлға сығып...

Тыныс тормошта ла көслө заттар ҡырыла ғына.

Бөгөн төндә, Өфөлә   ВАЗ-2107 машинаһы менән китеп барған 18 йәшлек егет һәм йөк машинаһын йөрөткән Татарстандан килгән 34 йәшлек ир бәрелешә. Һөҙөмтәлә, еңел машина водителе урында уҡ йән бирә. Асыҡланыуынса, ул танытмаһыҙ руль артына ултырған.

Ир-егеттәргә бәйле тағы бер күңелһеҙ ваҡиға Краснокама районында теркәлгән. 48 йәшлек балыҡсы ир иҫерек килеш, кисә киске алтылар тирәһендә, резина кәмәгә ултырып Ағиҙелдә балыҡ тоторға сығып китә һәм юғала. Әлеге ваҡытта уны эҙләү эштәре бара.

Кемдер эсеп, кемдер танытмаһыҙ юлға сығып...
Кемдер эсеп, кемдер танытмаһыҙ юлға сығып...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас