Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Ноябрь 2021, 16:50

Киләсәктә пенсия бөтөнләй түләнмәүе бар

Бәлки, был ҡарар дөрөҫтөр ҙә...

2023 йылдан башлап Рәсәйҙә сит ил кешеләренең йәшәү ваҡыты ғәмәлдән сығыуға, улар пенсиянан мәхрүм ителәсәк. Был хаҡта “Прайм” агентлығы менән әңгәмәлә Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетының иҡтисад факультеты деканы урынбаҫары Елена Григорьева әйткән.

Әлегә сит ил кешеләре ваҡыты ғәмәлдән сыҡҡан документтар менән пенсия алыуҙы дауам итә, сөнки Пенсия фонды уларҙы Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса билдәләй. Әммә күп ваҡыт төрлө сәбәптәр арҡаһында унан мәғлүмәт үҙ ваҡытында килеп етмәй икән.

Белгес фекеренсә, проблеманы хәл итергә халыҡ тураһында берҙәм мәғлүмәттәр реестры ярҙам итәсәк. Ул Рәсәйҙә йәшәүселәр, шул иҫәптән сит ил кешеләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе системалаштыра һәм йәшәү рөхсәте тамамланғандан һуң түләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бирәсәк.

Әлеге ваҡытта был проект үҙ көсөнә ингән дә инде. 2022 йылда уны кәрәкле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу дауам итәсәк. Ә 2023 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк, тип фаразлана.

“Әгәр ҙә сит ил кешеһе Рәсәйҙә булғанда пенсияға сыға икән, уның пенсияһын билдәләү өсөн рәсми хеҙмәт килешеүе буйынса эшләүе шарт булып тора”, - ти белгес.

Киләсәктә пенсия бөтөнләй түләнмәүе бар
Киләсәктә пенсия бөтөнләй түләнмәүе бар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас