+21 °С
Болотло
“Декабрҙә көнкүреш техникаға, гаджеттарға хаҡ артыуы көтөлә. Шуға ла, яҡындарығыҙҙы Яңы йылға бындай бүләктәр менән ҡыуандырырға теләһәгеҙ, әле үк алып ҡуйыу отошло”, - ти заманса үҫеш институты етәксеһе, иҡтисадсы Никита Масленников.
Шулай уҡ, белгес был төндә кейә торған кейем-һалымды ла алдан хәстәрләргә кәңәш итә. Беренсенән, ҡабалан-ҡорһалан алынған әйбер күңелегеҙгә хуш килмәүе бар. Икенсенән, йыл аҙағында уларға ла хаҡ күтәрелеп кеҫәгеҙгә һуғыуы бар.
Ә һеҙ Яңы йыл байрамына әҙерләнә башланығыҙмы?