Башҡортостанда йәшәгән 3,9 миллиондан ашыу халыҡ Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыуҙа ҡатнашты
Башҡортстан йән иҫәбе алыу буйынса тәүге унау иҫәбенә инде. Был хаҡта Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостан статисика идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев хәбәр итте.
- Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу 15 октябрҙә башланды һәм 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк, - тине Әкрәм Ғәниев. – Республикала йәшәгән 3,9 млн кеше унда ҡатнашты, һәм һәр унынсы кеше Дәүләт хеҙмәттәре аша үҙ аллы үтте.
Әкрәм Ғәниев иҫәп алыусыларҙвң ябай булмаған шарттарҙа эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был, әлбиттә, коронавирус инфекцияһы менән бәйле, әммә барыһы ла үҙ эштәрен лайыҡлы алып бара, тине.
- Тәүге оператив һөҙөмтәләр 2021 йылдың декабрендә билдәле буласаҡ. Әммә бөгөндән үк ыңғай демографик хәл күҙәтелгән райондар миҫалында ғына ла республикала халыҡ һанының артыуы күҙәтелеүе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, - тине Радий Хәбиров..
Радий Хәбиров ошо аҙнала ойошҡан рәүештә Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу эшен тамамларға һәм тәүге һөҙөмтәләр буйынса брифинг уҙғарырға ҡушты. Был эштә айырыуса әүҙемлек күрһәтеүселәрҙе мотлаҡ бүләкләйәсәкбеҙ, тине.