Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Ноябрь 2021, 15:45

Ике ерҙән ике еңеү

Башҡортостан ҡыҙҙары ла, егеттәре лә һынатмай.

6 ноябрҙә Төркиәлә уҙғарылған «Евразия Королеваһы - 2021» тип аталған Халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһе финалында Альбина Шәйхлисламова Гран-при яулаған. Европаның 28 иленән йыйылған һылыуҡайҙар араһында 22 йәшлек БДМУ студентына етеүсе булмаған. Уңған ҡыҙ ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләп тә өлгөрә икән.

Икенсе шатлыҡлы яңылыҡ, йәш баянист Илеш районы егете Вадим Төхвәтуллин менән бәйле. Ул ун йәшкә тиклемге “Трофей донъяһы” тип аталған Халыҡ-ара конкурсында абсолют еңеүсе тип табылған.

Вадим да 38 илдән килгән башҡа йәш баянистарҙың танауына сиртеп, республика данын лайыҡлы яҡлаған. Үҫмерҙе был конкурсҡа әсәһе лә, уҡытыусыһы ла Гөлназ Төхвәтуллина әҙерләгән.

Ике ерҙән ике еңеү
Ике ерҙән ике еңеү
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас