“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә Әбйәлил районы белем усаҡтарында 11 инновацион һанлы белем биреү үҙәге асылған. Элек булдырылған биш үҙәккә яңы уҡыу йылында тағын алты “Үҫеш нөктәһе” үҙәге өҫтәлгән. Улар Байым, Таштимер, Гусев, Ишҡол, Ҡырҙас, Хәмит урта мәктәптәрендә барлыҡҡа килгән. Был – тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге мәғариф үҙәктәре.
“Үҫеш нөктәһе” – ул заманса йыһазландырылған кабинеттар, химия һәм биология лабораториялары. Хәҙер ауыл мәктәптәре технологик белем биреү драйверына әүерелде”, - ти район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Рәхимова.