Рәсәйҙә иң шәбе нимә үҫә? Әлбиттә, хаҡтар! Был һорауҙы беҙҙең халыҡҡа ете төн уртаһында уятып бирһәң дә, һәр береһе күҙ ҙә йоммайынса дөрөҫ итеп яуап бирәсәк. Бының өсөн махсус белем алырға ла, һуҡыр күрәҙәсе булырға ла кәрәкмәй. Сөнки магазинға ингән һайын шул проблема менән һәр икебеҙ күҙгә күҙ осраша.
Башта булғанды бөтөрәбеҙ, йә ситтәр ҡулына тапшырабыҙ ҙа, аҙаҡ аптырауҙан нишләргә белмәйенсә саң ҡаға башлайбыҙ. Бына тағы бер яңылыҡ. Һөт миҙгеле тамамланыуға барып, һауын һыйырҙары һыуала башлағас, 1 декабрҙән һөт аҙыҡтарына хаҡ артасаҡ, тип хәбәр итә “Төп яңылыҡтар” төркөмө. Илдә ауыл хужалығының кәмәһе ҡомға килеп терәлгәс, тиҙҙән был файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡты премия биргән айҙарҙа ғына ҡуллана башлауыбыҙ ҙа бар.