“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, тиҙҙән республиканың ике районында заманса йыһазландырылған кино залдары асыласаҡ.
25 ноябрҙә Благовар районы Языков ауылында “Йондоҙ” тип аталған заманса кино залы үҙ ишектәрен асасаҡ.
Икенсеһе, ағымдағы йылдың декабрь айында, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа 3D форматтағы кино залы халыҡты хеҙмәтләндерә башлаясаҡ. Ул Аҡъяр тау колледжының икенсе корпусында урынлашасаҡ.
“Илле кешелек урынға иҫәпләнгән был күңел асыу урыны барлыҡ заман талаптарына яуап бирәсәк. Хәйбулла районы республиканың төпкөл райондарынан һаналыуға ҡарамаҫтан, халыҡ һәр яңылыҡты ыңғай ҡабул итә һәм яңы кино залының асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә”, - ти район хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.