Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Ноябрь 2021, 10:10

Яңы сертификат бирәсәктәр

  Вакцинация буйынса ниндәй үҙгәрештәр бар?

Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация йәки COVID-19 йоҡтороу тураһында сертификатҡа үҙгәрештәр индерелә.

Ул, бөгөндән йәғни 8 ноябренән үҙ көсөнә инә. Алдан бирелгән формалар автоматик рәүештә дәүләт хеҙмәттәре порталында киләһе йылдың 1 мартына тиклем рәсмиләштерелә.

Яңыларында прививканың төп мәғлүмәттәре: исем-фамилия, атаһының исеме, тыуыу датаһы, йәшәү адресы, документ тапшырыу датаһы, вакцина һәм QR-код хаҡында мәғлүмәттәр сағылдырыласаҡ.

Документ электрон төрҙә, урыҫ һәм инглиз телдәрендә вакцинация тамамланғандан һуң өс календарь көндән дә һуңға ҡалмайынса төҙөлөргә тейеш. Уны ҡағыҙға сығарып та була. Халыҡтың һорауы булһа, уны ҡағыҙ форматта ла сығарып бирергә мөмкин.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, ялған сертификат алыусылар язаға тарттырыласаҡ. Бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар.

Яңы сертификат бирәсәктәр
Яңы сертификат бирәсәктәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас