Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Ноябрь 2021, 09:55

"Яман сир менән  балалар ауырыһа,  ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итәһең..."

Йыл да 130-ға яҡын 17 йәшкә тиклемге баланың  яман сиргә дусар булыуы күҙәтелә.

"Яман сир менән  балалар ауырыһа,  ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итәһең. Беҙҙең республикала ғына  ла йыл да 130-ға яҡын 17 йәшкә тиклемге баланың  яман сиргә юлығыуы күҙәтелә.  Ә диспансер күҙәтеүе аҫтында 850 бала иҫәпләнә. Шуға ла эш башлаған  көндәремдән үк балалар онкологияһы һәм  гематологияһы үҙәге кәрәк тигән фекерҙә булдым. Үҙебеҙҙең балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген Республика  Балалар клиник дауаханаһынан алыҫ булмаған урында төҙөйәсәкбеҙ. Проект буйынса ете ҡатлы бина ҡалҡып сыҙасаҡ. Дөйөм майҙаны  17, 762 мең кв м. тәшкил итәсәк. Был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ",  - ти Республика башлығы Радий Хәбиров.

"Яман сир менән  балалар ауырыһа,  ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итәһең..."
"Яман сир менән  балалар ауырыһа,  ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итәһең..."
Автор:
Читайте нас