Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ноябрь 2021, 07:55

"Ашҡаҙар"ҙың бер йәме ул Гөлйемеш

Ғүмер китабының өр-яңы бите тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ, йөкмәткеле, ҡыҙығыраҡ яҙылһын! Сәләмәт булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! 

"Ашҡаҙар"ҙың бер йәме ул Гөлйемеш"Ашҡаҙар"ҙың бер йәме ул Гөлйемеш
"Ашҡаҙар"ҙың бер йәме ул Гөлйемеш

Бөгөн халҡыбыҙ "Ашҡаҙар" радиоһын яратып тыңлай икән, бында исеменә есеме тап килеп торған Гөлйемеш Миңлеғәле ҡыҙы Баязитованың да ҙур өлөшө бар.  Ул - "АШҠАҘАР" радиоһының тауыш режиссеры. Коллективтағы иң йәш, сибәр, һәләтле, моңло,тәүәккәл, зирәк, яуаплы, әүҙем, аҡыллы Баймаҡ ҡыҙы ул. Темәс урта мәктәбендә башлаған уҡыу йылдарын Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика интернат - гимназияһында тамамлай. Артабан, З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтында “Композиция” бүлегендә билдәле сәнғәт эшмәкәре, композитор Салауат Сәлмәнов класы юғары белем ала. Байтаҡ ижади бәйгеләр лауреаты, йырҙар яҙа. Музыкаль һәләте "Ашҡаҙар" радиоһының тапшырыуҙарын биҙәүҙә ҙур ярҙам итә.Киләсәктә лә тик уңыштар, бәхет-шатлыҡтар ғына юлдаш булһын! Яңы йырҙар тыуһын, ысын тоғро дуҫтарың булһын!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас