Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Ноябрь 2021, 07:10

Башҡорт ерҙәре кире ҡайтарыла

Салауат районының өлөшләтә сит өлкәлә урынлашҡан Первомайский ауылы ла тулыһынса Башҡортостан сигенә ҡайтарыла.

Башҡорт ерҙәре кире ҡайтарылаБашҡорт ерҙәре кире ҡайтарыла
Башҡорт ерҙәре кире ҡайтарыла

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәтттәре министрлығы Силәбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләй

Күрше төбәк Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынлашҡан ерҙәрҙе республикаға тапшырырға әҙер булыуын белдерҙе. Ауыл Пугачев етәкселегендәге ихтилалды баҫтырғанда юҡ ителгән.

Салауат районының өлөшләтә сит өлкәлә урынлашҡан Первомайский ауылы ла тулыһынса Башҡортостан сигенә ҡайтарыла, тип белдерҙеләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында. Ведомство территориаль-административ сикте билдәләне, шунан һуң Башҡортостан Башлығы менән Силәбе өлкәһе губернаторы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул иткәс, яңы сиктәр тураһында мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә.

Әле Силәбе өлкәһе менән сик башлыса урмандар, һыу сығанаҡтары һәм өлөшләтә ауыл хужалығы биләмәләре аша үтә. Совет власы осоронда аҫаба башҡорт ерҙәре күршеләргә күскән, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Иглин, Арзангел, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы Силәбе өлкәһе менән сиктә тороп ҡалған. Әбйәлил районы хәҙер Магнитогорск агломерацияһына инә.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас