Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ноябрь 2021, 07:25
Искәндәр Юлдашев тыуған көнөн билдәләй
Искәндәр Хисмәт улын ғүмер байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхетле киләсәк, ғаилә именлеге, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ. Һинең кеүек аҫыл егеттәребеҙ күберәк булһын. "Шоңҡар"ҙар.
Искәндәр Юлдашев тыуған көнөн билдәләй
Телем, халҡым тип йөрөгән аҫыл егеттәребеҙҙең береһе Искәндәр Хисмәт улы 1983 йылда билдәле шәхестәр - Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Һөнәре – юрист. Бөгөн ул
Рәсәй башҡорттары Федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры вазифаһын башҡара. Был ойошманың эшмәкәрлеге барлыҡ Рәсәй биләмәһендә йәшәгән башҡорттарҙың коллектив хоҡуҡтарын һәм ихтыяждарын яҡлауға йүнәлтелгән. Ул Рәсәй милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милли-мәҙәни автономиялар һәм Рәсәй Президенты янындағы милли мәсьәләләр советында ҡатнаша. Уңыштар һиңә, Искәндәр!
Автор:
Венер Исхаков
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"