Арабыҙҙа ҡулыбыҙҙан килгәнсә изгелек эшләргә, яҡшы ғәмәлдәр башҡарырға тырышыусалыр күп. Икмәк валсығын, ҡалған аҙыҡты әрәм итмәҫ өсөн урамдағы берәҙәк эт-бесәйҙең, ҡоштарҙың тамағын һыйларға тырышабыҙ. Тик был осраҡта изгелек ике осло, тип фаразлаусылар ҙа бар. Баҡһаң, ҡоштар әҙер аҙыҡҡа ғына өйрәнә лә, үҙҙәренә аҙыҡ хәстәрләүсе тәбиғи “аң”ы юғала, тиҙәр. Бынан тыш, ондан бешерелгән аҙыҡтар беҙҙең билгә генә май йомарламы булып ултырмай, уларға ла һимереү ҡурҡынысы янай, имеш. Аҙағы билдәле, кәүҙә ауырлығы артып киткәс, улар йылы яҡҡа оса алмай. Был хәүеф матурлыҡ, һомғоллоҡ символы булған аҡҡоштарға ла янай икән.
Яңыраҡ, интернетта, Бөрө районының Ширень күлендә йөрөүсе аҡҡоштарҙың йылы яҡҡа осмауҙары хәбәр ителде. Ике оло һәм дүрт балаһы менән йөрөгәндәр улар.
Был ваҡиғанан һуң, Башҡортостан менән идара итеү үҙәге (ЦУР) Бөрө районы хакимиәте менән бәйләнешкә керә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан да был яңылыҡҡа битараф ҡалмағандар.
Көндәр йылы тороу сәбәпле, әлегә аҡҡоштарға бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Әммә уларға йылы яҡҡа китеп өлгөрөргә бер аҙна ғына ваҡыт ҡалған. Сөнки тиҙҙән Ширень күле өҫтө лә, башҡа йылға-күлдәр кеүек үк боҙ менән ҡапланасаҡ, шул ваҡытта уларҙың туңып үлеүе бар. Әгәр ҙә, китмәйҙәр икән (бәлки, китә алмайҙарҙыр), ҡышҡы экологтар һәм ветеринарҙар уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Ҡышҡылыҡҡа йәшәр урын табасаҡтар.