Эскән килеш руль артына ултырыу хоҡуҡ боҙоу менән бергә, үҙеңдең һәм тирә-яғыңдағыларҙың һаулығына, ғүмеренә хәүеф тә янай. Башҡортостандың ЮХХДи хеҙмәткәрҙәре ағымдағы йылда иҫерек килеш машина йөрөтөүселәрҙең һанын иҫәпләгән. Йәшел йылан шауҡымына бирелгән йәмғеһе 11500 водителдең юлға сығыуы асыҡланған. Улар арҡаһында 256 авария осрағы теркәлгән. 338 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 54-е яҡты донъя менән хушлашҡан.
Үҙҡурсалау ваҡытында ла ҡырын тейәргә яратыусылар юлда йөрөгән. 1 – 7 ноябрҙә генә 312 водителдең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы асыҡланған.
Рюмка күтәрергә яратыусы төбәктәр ҙә яҡынса билдәле. Улар Өфө, Сибай, Октябьрьск ҡалаларында, Баймаҡ, Белорет, Туймазы, Ишембай райондарында йәшәй икән.