Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Ноябрь 2021, 17:00

Бураҡаеваларҙың “Арба”һын күрә килегеҙ!

Ғәжәп серле булмаҡсы  был "Арба". Ул һеҙгә лә мотлаҡ  оҡшар тип ышанабыҙ. Артистар менән бергә рәхәтләнеп  йырларға, бейергә, күңел асырға бер форсат буласаҡ. 

Бураҡаеваларҙың “Арба”һын күрә килегеҙ!Бураҡаеваларҙың “Арба”һын күрә килегеҙ!
Бураҡаеваларҙың “Арба”һын күрә килегеҙ!

Егет һәм хан ҡыҙы, батыр һәм Аждаһа, Юха һәм Шайтанға әүерелгән меҫкен егет – өс мөғжизәле әкиәт персонаждары, илгиҙәр актерҙар Таңсулпан менән  Зөһрә Бураҡаеваларҙың күңелле «Арба»һында ауылдар һәм ҡалалар буйлап йөрөй. 11 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм 1-ҙә улар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҙур сәхнәһенә килә.

Бында балалар өсөн спектаклдең премьераһы була, артистар менән бергә йырларға, бейергә мөмкин. Ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов.

Ҡуйыусы төркөмдә: ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор –  Диләрә Ғәбитова (Мәскәү ҡалаһы), музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф – Александр Родионов.

Премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов һәм Илгиз Таһиров, театр актерҙары Лилиә Исҡужина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Салауат Юлдашбаев, Шәһит Хамматов, Зөлхизә Абдуллина, Гөлсәсәк Зарипова, Зәриә Моратова, Әбйәлил Үтәбаев сығыш яһай.   

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас