Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Ноябрь 2021, 05:30

Һеҙҙе унда көтмәйҙәр

Донъяның артына тибеп йәшәүселәр иғтибарына...

Үткән аҙнала илебеҙҙә локдаун иғлан ителеп, үҙҡурсалауҙа ултырырға мәжбүр булдыҡ. Аҡсаһыҙҙар был ваҡытта күршеләре менән баш ҡағышып ҡына иҫәнләшеп, ата-әсәһе янына ҡайтырға ла ҡурҡып ултырғанда, кемдер был ваҡытта рәхәтләнеп һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып донъяның артына тибеп ял итеп йөрөнө. Әлбиттә, халыҡтың икегә бүленеүен күптәр өнәп бөтмәне. Танау аҫтынан ғына һөйләнеп, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп булды. Етмәһә тап ошо мәлдә Мысырға ял итергә барған Рәсәй туристары ашханала ағыуланып дауаханаға эләккәс, утҡа кәрәсин һипкән кеүек ваҡиғалар ҡуйыра төштө.

Хәҙер Мысыр вәкилдәре тарафынан да был ваҡиғаға ҡағылышлы яуап булды. Мысырҙың Дәүләт думаһында туристик инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Тарбаев әфәнде: “Рәсәй туристарының Мысырҙа ағыуланып шау-шыу тыуҙырыуы сәбәпле, әлегә был илдән яңы туристар ҡабул ителмәй”, - тип белдергән.

Һеҙҙе унда көтмәйҙәр
Һеҙҙе унда көтмәйҙәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас