5 – 12 ноябрҙә Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта CIOFF®-тың 50-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль Ассамблеяһы үтә. Юбилей йыйылышы 2020 йылда үткәрелергә тейеш булһа ла, яңы хәүефле вирус таралыуы һәм Европа илдәрендә локдаун иғлан ителеүе сәбәпле күсерелеп торғайны.
Венгрияла уҙғарылған форумда CIOFF®-тың Рәсәйҙәге милли секцияһының яуаплы секретары Андрей Беляев, CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитеты ағзалары – Башҡортостан Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, ошо уҡ үҙәктең бүлек етәксеһе Зарина Хәсәнова ҡатнаша, республиканың рәсми делегацияһына мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек итә.
Кисә, йәғни 7 ноябрҙә Әминә Шафиҡова CIOFF®-тың Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитеты ултырышында ҡатнашты. Сара комитет етәксеһе, CIOFF®-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандро Камачо рәйеслегендә барҙы. Ултырышта быйыл йәй Башҡортостанда үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡтары буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
Артабан Башҡортостандың мәҙәниәт министры ойошманың Советы һәм уның Үҙәк һәм Төньяҡ Европа комитеттары ултырышында ҡатнаша, унда Башҡортостан Республикаһы менән CIOFF® араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләһе лә ҡарала. Иртәгә, 9 ноябрҙә, Генераль Ассамблея асыла. Сара илленсә тапҡыр ойошторола. Унда 42 илдән килгән 140 кеше ҡатнаша.