Эскелектең бер ҡасан да яҡшыға килтермәүе һәр беребеҙгә билдәле. Хәмер ҡолона әүерелеүселәрҙе тормош төрлө яҡлап һынап ҡарай. Өҫтәүенә һеркәң һыу күтәрмәһә, кеҫәңде лә йоҡарта. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүсе ике дуҫ төшөрөп алғас, һүҙгә килешәләр. Бәхәс ваҡытында, берәүһе борондан ҡалған йоланы иҫкә төшөрөп, дуҫының ҡолағын тешләй. Бындай ҡылыҡты көтмәгән тешләнгән ир дуҫ тип ҡарап тормай, полицияға мөрәжәғәт итә. Тәртип һаҡсылары тешләшергә яратыусыға 40 мең һум күләмендә штраф һалалар. Тик тегенеһе улар ҡуйған талапты үтәргә һәм түләргә йыйынмай ҙа ҡуя.
Көтә-көтә көтөк булғас, элекке шешәләшенә ҡабаттан ғариза яҙыуҙан башҡа сара ҡалмай тешләнгән дуҫҡа һәм был юлы унан дауаланырға 313 мең һум һорай. Кеше һаулығына зыян килтереүсенең яуапһыҙлығы был юлы ла тәртип һаҡсылары тарафынан ситтә ҡалмай һәм ҡабаттан тикшерелә. Тешләшкән дуҫ яҡын арала 223 мең һум түләргә бурыслы булып ҡала.