Ҡала тәртип һаҡсыһы һыны 2018 йылда Ленин урамында Рәсәй полицияһының 300 йыллығы уңайынан ҡуйылғайны. Башҡортостан Башлығы хоҡуҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Радий Хәбиров Киров районының 15-се полиция посында ла булды. Башҡортостан Башлығы тәртип һаҡсылары эше менән ҡыҙыҡһынды һәм шәхси составҡа намыҫлы хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Республикала эске эштәр органдарында 14 меңдән ашыу кеше эшләй. Быйыл 9 айҙа полиция 24 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған.
+21 °С
Болотло



