Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Ноябрь 2021, 12:00

Пермь крайы башҡорттарына арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте

Әңгәмәнең төп темаһы Кама буйы башҡорттарының туған телен һаҡлау, ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәтен үҫтереү, тарихи тамырҙарҙы тергеҙеү мәсьәләләре булды.

Бөгөн Пермь крайы башҡорттарына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Ултырыш онлайн форматта үтте.  Унда Пермь крайы делегацияһы – дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының төбәк бүлексәләре етәкселәре, шулай уҡ беҙҙең республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы активы ҡатнашты.

Әңгәмәнең төп темаһы Кама буйы башҡорттарының туған телен һаҡлау, ғәйнә башҡорттарының мәҙәниәтен үҫтереү, тарихи тамырҙарҙы тергеҙеү мәсьәләләре булды. “Түңәрәк өҫтәл”де тамамлап, ике төбәктең хөкүмәттәренә лә ҡаралған мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрҙе еткеререгә ҡарар ителде.

Пермь крайы башҡорттарына  арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Пермь крайы башҡорттарына арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас