Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Ноябрь 2021, 14:10

Әсәһе әле комала, ҡыҙын үлгән

Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Әсәһе әле комала, ҡыҙын үлгәнӘсәһе әле комала, ҡыҙын үлгән
Әсәһе әле комала, ҡыҙын үлгән

Кисә Туймазы районында юл фажиғәһе булды - 45 йәшлек ханым идара иткән Hyundai Solaris менән Volvo йөк машинаһы бәрелешкән.

«Туймазы хәбәрҙәре» хәбәр итеүенсә, әсә менән ҡыҙ юл фажиғәһенә осраған. Ҡатын әле комала, ҡыҙын иртәгә ерләйҙәр. Әсә ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән. Фажиғәгә тиклем ныҡ сирләгән өләсәһе, ейәнсәренең үлеме хәбәрен ишеткәс, түшәккә ятҡан. Ҡыҙҙың атаһы ла ошо ауылда йәшәй. Ул ерләү эштәрен ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған.

Ауылдаштары әсә менән ҡыҙ тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй. Ханым урындағы Мәҙәниәт йортонда эшләгән, райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған, сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан. Туғыҙынсы класты уңышлы тамамлағас, Октябрьский нефть колледжына уҡырға ингән. Икенсе курста уҡыған.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар үлемесле аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас