Башҡорт сода компаняһында шыйыҡ кислород етештереү буйынса икенсе ҡоролма эшләй башлаған
Башҡорт сода компанияһында шыйыҡ техник кислород етештереү буйынса йәнә бер ҡоролма эшләй башлаған. Етештереү ҡеүәте тәүлегенә ун һигеҙ тонна тәшкил итә. Рәсәй сәнәғәт предприятиеларының һаулыҡ һаҡлау системаһын кислород менән тәьмин итеү өсөн сығымы кәмей. Техник кслород таҙартылып, медицина кслородына әүерлә.
- Коронавирус сиренең артыуына бәйле медицина учреждениеларында шыйыҡ кислородҡа һорау артты. Беҙҙең БСК был йәһәттән ҙур эш башҡара. Медицина кислороды запасы кәмергә тейеш түгел. Бының өсөн сәнәғәт предприятиелары күп көс һала, – ти Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
БСК-ның ике ҡорллмаһы хәҙер тәүлегенә 32 тонна шыйыҡ кислород етештерә.
Бөгөн Башҡортсотанда көн дә 50 тоннанан ашыу кислород етштерелә. Бынан тыш, декабрь айында тәүлегенә 24 тонна медицина кислороды етештереүсе производсво асыу планлаштырыла. Етештереү кимәле 48 тоннаға тиклем күтәрелергә тейеш.
Проектты Күмертау ҡалаһындағы “Башҡорт кироген технологиялары” ЯСО тормошҡа ашыра. Проекттың суммаһы 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөнгә төп ҡоролмалар һатып алынған, улар урынлаштырыла, лицензия һәм трекәлеү таныҡлығы алыу өсөн документтар пакеты әҙерләнә. Уның эшләй башлауы медицина учреждениеларының кислород менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителеп тороуына булышлыҡ итәсәк.