Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ноябрь 2021, 13:57

Этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим ине...

Ғалимдың хеҙмәттәре сит илдәрҙә ватан фәне абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән, улар Америкала, Италияла, Финляндияла, Швецияла, Хорватияла донъя күргән.

Этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим ине...Этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим ине...
Этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим ине...

Ошо көндәрҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, антропология, краниология йүнәлештәре буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур эштәр башҡарған абруйлы ғалим Ринат Йосоповҡа 70 йәш тулған булыр ине.

Ринат Мөхәмәт улы Йосопов 1951 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында антропология менән шөғөлләнә башлай. 1977 — 1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнография институты Ленинград өлөшөнөң антропология бүлегендә аспирантурала уҡый, краниология буйынса махсуслаша.

1982 йылда Р.М. Йосопов «Краниология мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың антрологик составы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Фәнни эшен ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлегендә дауам итә, 1993 йылдан башлап этнология бүлегенә етәкселек итә. Ринат Мөхәмәт улы Йосопов — Башҡортостанда этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим. Ул Көньяҡ Уралдың боронғо һәм бөгөнгө халҡы антропологияһының Башҡортостан ғилми мәктәбен ойошторған һәм Башҡортостан Республикаһы һәм күрше өлкә башҡорттары буйынса күренекле ғалим ойошторған 14 антропологик, шул иҫәптән ике халыҡ-ара кимәлдәге экспедиция барышында йыйылған Рәсәйҙә иң эре краниологик коллекцияға нигеҙ һалған.

Башҡортостанда антропология буйынса ғилми тикшеренеүҙәр ватан һәм сит ил ғалимдары араһында киң танылыу ала. Ринат Мөхәмәт улының 1989 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә донъя күргән «Башҡорттарҙың краниологияһы» исемле фундаменталь хеҙмәте арҙаҡлы ғалимдарҙың артабанғы тикшеренеүе өсөн нигеҙ була. Ғалимдың хеҙмәттәре сит илдәрҙә ватан фәне абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән, улар Америкала, Италияла, Финляндияла, Швецияла, Хорватияла донъя күргән. Ринат Мөхәмәт улы Йосопов Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы һәм Европа антропологтар ассоциацияһы ағзаһы булып торған.

Ринат Йосопов ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур өлөш индергән. Уның аспиранттары үҙәк ғилми-тикшеренеү институттарында диссертациялар яҡлаған, уларҙың күбеһе республиканың ғилми институттарында һәм юғары уҡыу йорттарында уңышлы хеҙмәт итә.

Ҡоролтай.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас