+21 °С
Болотло
Хәйбулла райоынның Әҙел ауылында фельдшер-акушер пункты төҙөү буйынса монтаж эштәре башлана. "ФАП 130 кешене, шул иҫәптән 30 баланы хеҙмәтләндерәсәк", - ти Аҡъяр район дауаханаһы баш табибы Илшат Ырыҫҡужин. ФАП барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар комплексы менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш Хәйбулла раойнында тағы ла өс ФАП булдырыласаҡ. Сиратта - Федоровка, Аҡназар, Мәкән ауылдары. Ауыл дауаханалары Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар