“Ҡыуаныслы хәбәр менән бүлешкем килә. 2024 йылда Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Башҡортостанда Беренсе Бөтә Донъя балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта Будапешта 50-се Генераль Ассамблеяла билдәле булды. Быйыл республикала үткән фольклориадының юғары кимәлдә үтеүе арҡаһында, беҙгә тағы ла ышаныс белдерҙеләр”, - ти Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһын асҡан көндәрҙә CIOFF Президенты Филипп Боссан менән ошо идея тикшерелгән. Ул саҡта Боссан әфәнде Совет Бөтә донъя балалар фольклориадаһын уҙғарыу буйынса халыҡ-ара положение әҙерләүе хаҡында хәбәр иткән булған.
«CIOFF Генераль Ассамблеяһында беҙҙең тәҡдимде хуплағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ алабыҙ, — тип яҙа Башҡортостан Башлығы. — Халыҡ-ара балалар форумы республика халҡына һәм тәү сиратта балаларға Өфөнөң 450 йыллығына ла күркәм бүләк булыр. Ә беҙ ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар республикабыҙҙа үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ».