Дөрөҫөн һәм тураһын әйтергә яратыусыларҙы күптәр күрә алмай. Ялғанға буялған балды ҡалаҡлап ашарға риза булһаҡ та, әсе дөрөҫлөктән йыш ҡына ситкә тайшанабыҙ шул. Был меңәр йылдарға һуҙылған тормош ҡануны. Ана, күптәр шул арҡала рэпер Моргенштернды яратмай. Әйләнгән һайын тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп уға бәйләнергә генә тороусылар ҙа күп уға. Тик теле әсе булһа ла, күңеле изге уның. Тамаҡ ярып сәғәттәр буйы мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында хәбәр һөйләргә яратыусыларҙың әйткәндәре шунда һөйләнелә лә, ысынбарлыҡта тормошҡа ашырылмай шунда онотола ла ҡуя. Ә ул иһә яйы тура килгән һайын бәләгә тарыусыларға, ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итеп кенә тора.
Яңыраҡ ул Краснодар крайында йәшәүсе өс йәшлек Ильяға ҡиммәтле уколдарҙың береһе Zolgensma инъекцияһын алырға ярҙам иткән. Билдәле булыуынса, был дарыу донъяла иң ҡиммәтлеләрҙән һанала. Өфө егете башта уға 1 млн һум күсергән. Аҙаҡ тағы ла 6 666 666 һум өҫтәй. Тиҙҙән уның изге эшенә бүтәндәр ҙә ҡушыла. Шулай итеп, 14 сентябрҙә кәрәкле сумма йыйыла. Бөгөн иһә Ильяға был укол һалынған.