Балаңдың балалар баҡсаһында, мәктәптә нимә ашағанын, ниндәй билдәләргә өлгәшкәнен шул мәлендә үк интернеттан ҡарап, белеп ултырырға мөмкин. Әммә ҡайһы саҡта күҙҙәрең күргәненә лә ышанырға ярамай икән.
Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан бер балалар баҡсаһында ата-әсәләргә отчет формаһында ебәрелгән бер фотола фотошоп ярҙамында аҙыҡтар ҡуйылғанын аңғарып ҡалғандар.
Баҡһаң, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бер үк ваҡытта балалар ҡарап та, ата-әсәләренә ыңғайына отчет биреп тә өлгөрмәйҙәр икән. Уларҙы ла аңларға була. Һәр тәрбиәсе, һәр ашнаҡсы аҙым һайын үҙе менән фотоаппарат күтәреп йөрөй алмай бит. Тейеш тә түгел. Шуға ла, өҫтәлгә ҡуйылғас та фотоға төшөрөп өлгөрмәһәләр, менюлағы аҙыҡтарҙы фотошоп ярҙамында өҫтәйҙәр икән.
Ваҡиғаның шаһиты булған ата-әсәйҙәр балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәренең хәлен аңлап ҡабул иткән. Был иң мөһиме. Әтеү улар араһында ла төрлөһө бар бит.