

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент темаһы буйынса иң яҡшы материалға конкурс иғлан итте.
– Был конкурсты үткәреү беҙҙең өсөн күптән изге традицияға әүерелде һәм журналистар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Яңыраҡ беҙ конкурста ҡатнашыусылар даирәһен киңәйттек һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен генә түгел, блогерҙарҙы ла унда ҡатнашырға саҡыра башланыҡ.
Конкурсҡа 2021 йылдың 1 ғинуарынан 15 декабренә тиклемге осорҙа киң мәғлүмәт сараларында йәки авторҙарҙың социаль селтәрҙәрҙәге биттәрендә урынлаштырылған материалдар ҡабул ителә.
Эштәрҙе баһалау түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: баҫма киң мәғлүмәт саралары, телевидение; радио; социаль селтәрҙәрҙәге баҫмалар; фото, видео; социаль селтәрҙәр.
Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.
Материалдарҙы Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм парламент Секретариаты хеҙмәткәрҙәре составындағы жюри баһалаясаҡ.
Заявка формаһын һәм конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма буйынса алырға мөмкин: https://gsrb.ru/ru/press-center/competition/.
Сығанаҡ: https://gsrb.ru/bash/news/102904/