Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Ноябрь 2021, 16:45

Бәхил бул, йырсы!

Мәрхүмәнең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йырсының моңло йырҙары күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр әле. 

Бәхил бул, йырсы!Бәхил бул, йырсы!
Бәхил бул, йырсы!

Башҡортостандың халыҡ артисы Лина Гәрәева 70-се йәшендә арабыҙҙан китте. 

Лина Авзал ҡыҙы 1952 йылдың 1 майында Борай районында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, ул курсташтары менән Әстерханға йәш йырсылар йәрминкәһенә юллана.  Йәш йырсыны Пятигорск, Ырымбур, Коми Республикаһы, Алтай крайы опера театрҙары эшкә саҡыра. Ҡыҙ  Барнаул опера театрын һайлаған. Тик бер йылдан тыуған яғына ҡайта.

Йырсы 1982-2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт  филармонияһында эшләй. Радиола уның йөҙҙән артыҡ йыр яҙмаһы бар. Таһир Кәримовтың «Хәтирә», Роза Сәхәүетдинованың «Ташлы күл», «Үҙең бүләк» йырҙары һәм башҡа бихисап әҫәрҙәр уның башҡарыуында халыҡ йырҙары булараҡ яңғыраны.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас