

Дүрөйлө ҡалаһындағы “Ынйыҡай” фольклор ансамбле йылдар дауамында иң матур тарихи ынйыларҙы туплап формалашҡан ҡиммәтле таш кеүек айырылып тора . “Ынйыҡай”ҙарҙың йыр-моңдары аша дала елдәре, халыҡ булмышы сағыла. Зауыҡлы, мәлдә милли орнаменттары менән тегелгән кейемдәре лә - ансамблдең сағыу биҙәге.
Коллектив Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа бик рәхмәтле, сөнки ул милли кейемдәр булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән.
Коллектив үҙ эшен 2019 йылда Дүртөйлө ҡалаһы ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова менән ойошторған. Март айынан башлап уның музыкаль етәксеһе булып урындағы мәҙәниәт һарайы белгесе Лилиә Марат ҡыҙы Сәрүәрова саҡырылған. Был шәхестәр башҡорт халҡының ҡабатланмаҫ моңон, мәҙәниәтен халыҡҡа еткереү буйынса берҙәм, ҙур эш алып бара.
Ансамбль составында ҡоролтай ағзалары, уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша һәм бер аҙҙан коллектив фольклор төркөмө булып китә. Әлеге көндә бында 16 кеше эшләй. Һәр бер солистың үҙенсәлекле, моңло тауышы бар. Коллективҡа “Ынйыҡай” тип исем бирелә.
Улар быйыл үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында ла әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәренең халыҡ йырҙары менән сығыш яһаған. Репертуарҙарында халыҡ йырҙары ла, заманса музыка ла, донъя халыҡтары әҫәрҙәре лә бар.Әлеге көндә яңы репертуар менән сығыш яһарға әҙерлек бара.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.