Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
14 Ноябрь 2021, 08:15

"Беҙгә ҡарабойҙай кәрәк!"

Европа илдәре Башҡортостан продукцияһын ҙур теләк менән ала. 

"Беҙгә ҡарабойҙай кәрәк!""Беҙгә ҡарабойҙай кәрәк!"
"Беҙгә ҡарабойҙай кәрәк!"

Ҡарабойҙайҙың файҙаһы бөтәбеҙгә лә билдәле. Аллаға шөкөр, республикабыҙҙа үҫтерелгән ҡарайбойҙайҙы сит илдәр күпләп һатып ала. Ноябрь башында Европа илдәренә беҙҙән  оҙатылған ярмаларҙың дөйөм күләме 39,5 тонна тәшкил итә. Был  Владимир Путин башланғысы менән  барлыҡҡа килгән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» дөйөм дәүләт проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 2024 йылға сит илгә илебез АПК продукцияһын 45 миллиард долларлыҡ һатырға тейеш.

Был уңайҙан республиканан  иген  продукцияһын алған илдәр  йылдан-йыл арта. Хәҙер был исемлеккә Швейцария ла кергән. Швейцарияға һәм Бельгияға ҡарабойҙай, арпа һәм тары ярмалары экспортлаған. Швейцарияға экспорттың дөйөм күләме 20 тонна тәшкил иткән. Шуның 16 тоннаһы ҡарабойҙай ярмаһына тура килә. Швейцария, бынан тыш, ике тонна арпа һәм тары ярмаһы һатып алған. Ноябрь башында шул уҡ ярмалар Бельгияға лә экспортлаған - 19,5 тонна продукция Европа үҙәгенә киткән.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас