Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
14 Ноября 2021, 16:40

Ярты быуат бер ҡулға-ҡул тотоношоп

Иҫке Күл ауылындә йәшәүсе Сәләховтар бергә ғүмер итеүҙәренең алтын юбилейын билдәләгән.

Ярты быуат бер ҡулға-ҡул тотоношопЯрты быуат бер ҡулға-ҡул тотоношоп
Ярты быуат бер ҡулға-ҡул тотоношоп

Нуриман районы ҡоролтайы башҡорттары хәбәр итеүенсә, Иҫке Күл ауылындә йәшәүсе Сәләховтар бергә ғүмер итеүҙәренең алтын юбилейын билдәләгән.

Бер — береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер — береһенә терәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтергән, бөгөн иһә үҙҙәренең алтын юбилейҙарын билдәләгән Сәләховтарҙы урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, туғандары, балалары һәм ейәндәре ҡотлаған. Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәгән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған ғаиләгә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен, тип теләй нуримандар.

Ҡоролтай төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас